11 декабрь, Йәкшәмбе

01 сентябрь 2015 йыл, 13:44

Яңы уҡыу йылынан Өфөлә башланғыс мәктәп уҡыусыларына бушлай һөт бирелмәйәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Яңы уҡыу йылынан Өфөлә башланғыс класс уҡыусыларына бушлай һөт бирелмәйәсәк. Белем көнө алдынан ҡала Советы депутаттары шундай ҡарар ҡабул итте. Балаларға аҙнаһына өс тапҡыр бушлай һөт биреүҙе бөтөрөү тәҡдиме менән ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов сығыш яһаны.

Уның һүҙҙәренсә, «ата-әсәләр уҡытыусыларға балаға һөт бирмәү йәки уны өйгә алып ҡайтыу үтенесе менән мөрәжәғәт иткән». Шулай итеп, һөт ҡулланыуҙың тәҡдим ителгән режимы боҙолған. Ҡала Советы спикеры Евгений Семивеличенко хакимиәт башлығы урынбаҫарының дәлилдәре менән ризалашты. Уның мәктәптә уҡыған улы ла һөттө өйгә алып ҡайтҡан булған.

Бушлай һөт биреүҙе бөтөрөү ҡала бюджетына йылына яҡынса 30 миллион һумды экономияларға мөмкинлек бирәсәк. Был аҡсаны депутаттар күп балалы ғаиләләрҙәге уҡыусыларға туҡланыу өсөн дотацияны арттырыуға йүнәлтәсәк.