6 декабрь, Шишәмбе

01 сентябрь 2015 йыл, 12:56

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡын Белем көнө менән ҡотланы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикала йәшәүселәрҙе Белем көнө менән ҡотланы.

«Уҡыу йылының башланыуы мәктәп, класташтар һәм уҡытыусылар менән тулҡынландырғыс осрашыу шатлығы менән бәйле. Һәр ваҡыттағыса был яңы белем үрҙәренә, шәхси үҫешкә, изге уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырыуға бер аҙым. Бөгөн республикала 400 меңдән ашыу бала парта артына ултыра һәм 200 меңдән ашыу студент урта, юғары уҡыу йорттарының аудиторияларына инә.

Мәғарифты системалы яңыртыу — киләсәк фәнен һәм иҡтисадын үҫтереү, республика үҫешендә ҡаҙаныштарға өлгәшеү өсөн билдәләүсе шарт. Иң яҡшы традицияларҙы һаҡлағанда заманса белем биреү технологияларын, алдынғы ҡаҙаныштарҙы файҙаланыу мөһим.

Мәктәп тупһаһы аша атлап үткән барлыҡ уҡыусыларға ла яҡшы уҡыуҙарын, ышаныслы дуҫтар, студенттарға иһә компетентлы белгес булыу өсөн маҡсаттарына ынтылыуын һәм үҙ көстәренә ышаныуын теләйем. Уҡытыусыларға һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙе баһалаған, уҡыуҙа һәм һөнәри үҫештә ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡыусылар, студенттар теләп ҡалам. Был һеҙҙең педагогик оҫталығығыҙға төп баһа буласаҡ.

Яңы уҡыу йылы емешле, сағыу, әһәмиәтле ваҡиғаларға һәм ҡыҙыҡлы асыштарға бай булһын», — тиелә республика Башлығының ҡотлауында.