Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәтендә республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә арналған кәңәшмә булды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

31 августа Башҡортостан Хөкүмәтендә төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенең мөһим аспекттарына арналған кәңәшмә булды. Уны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм республика Башлығы Рөстәм Хәмитов үткәрҙе. Кәңәшмәлә шулай уҡ федераль власть органдары вәкилдәре һәм ҙур сәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.

Быйыл Башҡортостанда төп социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса ыңғай динамика күҙәтелә. Атап әйткәндә, ағымдағы йылдың ғинуар-майында уртаса айлыҡ эш хаҡы уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 6,4 процентҡа артҡан һәм 24 716 һум 90 тин тәшкил иткән. Тәүге ярты йыллыҡта сәнәғәт етештереү индексы 100,3 процент тәшкил иткән, төп капиталға инвестициялар күләме 114,9 миллиард һумға еткән (үҫеш 17,4 процент). Башҡортостан Хөкүмәте мәғлүмәттәре буйынса, инвестицияларҙың ыңғай динамикаһы ҡайһы бер ҙур инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙы тамамлауға бәйле. Улар араһында Өфөләге позитрон-эмиссия томография үҙәге, «Әсә һәм бала» клиник дауаханаһы, «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр комплексы бар.

Кәңәшмәлә шулай уҡ заманса иҡтисади шарттарҙа төбәктең сәнәғәт предприятиеларын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть