7 декабрь, Шаршамбы

01 сентябрь 2015 йыл, 10:10

Республика мәктәптәрендә «Сәләмәт быуын — көслө төбәк» проекты башлана

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Яңы уҡыу йылында Башҡортостандағы дөйөм белем биреү учреждениеларында «Сәләмәт быуын — көслө төбәк» проекты башлана. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов уны тормошҡа ашырыу тәҡдимен индерҙе. Проекттың координаторы — төбәктең Мәғариф министрлығы һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡатнашлығында Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.

Проекттың маҡсаты — сәләмәт һәм илһөйәр быуын тәрбиәләү. Һаулыҡты һаҡлаусы технологиялар аша сәләмәт йәшәү рәүеше күнекмәһен булдырыу, үҫеп килеүсе быуындың физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүе, спорт яғынан һәләтле балаларҙы иртә асыҡлау — төп бурыстар иҫәбендә.

«Сәләмәт быуын — көслө төбәк» проекты Рәсәйҙә берәү генә. Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова яңы башланғысты хупланы. Мәғариф программмаһы бай буласаҡ. Уҡыусылар ярыштарҙа һәм спартакиадаларҙа ҡатнаша аласаҡ. Белем биреү учреждениеларында чемпиондар оҫталыҡ кластары уҙғарасаҡ, билдәле спортсылар менән осрашыуҙар ойоштороу ҡаралған. Уҡыусылар йылына ике тапҡыр диспансеризация үтәсәк. Белгестәр өлгәшеү кимәлен, психологик хәлде, шулай уҡ физик күрһәткестәрҙең үҫеш динамикаһын күҙәтеп барырға планлаштыра. Проектты ғәмәлгә ашырыуға һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләүсе уҡыу йорттары ла йәлеп ителәсәк», — тип хәбәр итте республиканың йәштәр-спорт ведомствоһы етәксеһе Андрей Иванюта.

темалар: мәғариф, проект