Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Ҡытай компанияһы Башҡортостанда машиналар эшләү менән ҡыҙыҡһына

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Ҡытайҙың «Чжифан» компанияһы Башҡортостанда машиналар эшләү менән ҡыҙыҡһына. Был хаҡта бөгөн, 31 августа, республиканың Инвестиция йәлеп итеү агентлығында уҙған эшлекле осрашыуҙа ойошма вәкилдәре белдерҙе.

Осрашыу «Волга-Янцзы» форматындағы Волга буйы федераль округы һәм Янцзы йылғаһының юғары, урта ағымы төбәктәре етәкселәренең түңәрәк өҫтәл ултырышы йомғаҡтары буйынса үтте. Ҡытай яғынан «Чжифан» компанияһы етәксеһе Ван Лунь әфәнде сығыш яһаны.

Ҡытай инвесторҙары машиналар эшләүҙән тыш, күмер сығарыу һәм ауыл хужалығы өсөн ҡорамалдар эшләүгә аҡса һалырға әҙер. Башҡортостанда сит ил делегацияһы 4 сентябргә тиклем буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть