9 декабрь, Йома

31 август 2015 йыл, 17:31

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы аша иң оҙон күпер төҙөләсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөгә көньяҡтан килеп ингән яҡта Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөләсәк. Бөгөн, 31 августа, ҡала Советы депутаттары ошо объект урынлашасаҡ биләмәне планлаштырыу һәм межалау проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар тәғәйенләне.

Ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы күперҙе әлеге ике күпер янында һалыу планлаштырыла. Ҡала Советына тәҡдим ителгән проектҡа ярашлы, күперҙең оҙонлоғо 670 метр тәшкил итәсәк. Сағыштырыу өсөн: 1956 йылда төҙөлгән тәүге күперҙең оҙонлоғо 653 метр булһа, икенсеһенеке — 662 метр.

Яңы күперҙең майҙаны 1,3 гектар тәшкил итәсәк тип күҙаллана. Киңлеге автотранспорт хәрәкәте өсөн өс һыҙат урынлаштырырға мөмкинлек бирәсәк. Төҙөлөш тамамланғандан һуң яңы күпер ҡаланан сығыу өсөн тәғәйенләнәсәк, шулай уҡ 1956 йылда һалынған өс һыҙатлы күпер ҙә төҙөкләндерелгәндән һуң ошо маҡсатта файҙаланыласаҡ. Әлеге биш һыҙатлы күпер ҡалаға инеү өсөн тәғәйенләнә. Яңы күпер төҙөлөшөнөң яҡынса хаҡы — алты миллиард һум. Күперҙе дүрт йыл эсендә һалыу планлаштырыла.