5 декабрь, Дүшәмбе

31 август 2015 йыл, 16:44

Лилиә Ғүмәрова: «Өфөләге «Йылмайыу-2015» операцияһы бер ниндәй санкциялар ҙа Рәсәйҙең сит илдәр менән бәйләнештәрен юҡҡа сығара алмауын иҫбатланы»

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә «Йылмайыу» операцияһы» хәйриә проекты сиктәрендә медицина акцияһы икенсе йыл рәттән ойошторола. Республика балалар клиник дауаханаһында хирургтар ирендәре кителгән һәм аңҡауҙары ярылған балаларға операция яһай. Бәләкәй пациенттарға ярҙам итеү маҡсатында баш ҡалаға Америка, Канада, Филиппин, Минск һәм Красноярск табиптары килде. Улар Республика балалар клиник дауаханаһындағы хеҙмәттәштәре менән бергә Башҡортостандан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән 45-кә яҡын балаға операция эшләйәсәк.

Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Рөстәм Әхмәтшин һүҙҙәренсә, алдан дауахананың яңаҡ-йөҙ хирургияһы бүлеге мөдире Наил Дәүләтшин үҙенең командаһы менән операция яһаласаҡ балаларҙы һайлап алған. Йөҙгә яҡын бала тикшереү үткән. Көн элгәре халыҡ-ара команда йәнә 60 самаһы пациентты тикшерҙе, бер аҙна эсендә — шуларҙың 45-нә, 12-нә ҡабаттан операция яһаласаҡ.

«Табиптар бер үк ваҡытта ике операция өҫтәлендә эшләй. Көн һайын белгестәр 10 балаға операция яһарға ниәтләй, — тип хәбәр итте Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Эльза Сыртланова. — Былтыр акция барышында 120 балаға консультация бирелгән, шуларҙың 58 операция үткәргән. Бөгөнгө көндә шундай 2000 самаһы бала диспансер иҫәптә тора. Йыл һайын Республика балалар клиник дауаханаһы табиптары 120-гә яҡын ошоға оҡшаш операция яһай. Операциялар бушлай уҙғарыла».

Республика балалар клиник дауаханаһында бындай операцияларҙы 1983 йылда эшләй башлайҙар. 1990 йылда яңаҡ-йөҙ хирургияһы бүлеге асыла, әммә ул ваҡытта был операцияны биш йыл самаһы көтөргә кәрәк була. Хәҙер иһә сират юҡ.

Быйыл халыҡ-ара кимәлдә республика ғилми-ғәмәли конференция ойоштороласаҡ, тип өҫтәне министр урынбаҫары.

Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, ошо акцияның ойоштороу комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова «Йылмайыу» операцияһы» шәфҡәтлелек ойошмаһына, проектта ҡатнашҡан бөтә табиптарға, бағыусыларға рәхмәт белдерҙе.

«Өфөләге «Йылмайыу-2015» операцияһы бер ниндәй санкциялар ҙа Рәсәйҙең сит илдәр менән гуманитар бәйләнештәрен юҡҡа сығара алмауын иҫбатланы», — тине Лилиә Ғүмәрова.

1 сентябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында акцияла ҡатнашыусылар өсөн хәйриә концерты ҡаралған. 4 сентябрҙә Салауат Юлаев майҙанында флешмоб үтә, ул киске сәғәт 6-ла башлана.

Хәйриә проектының бағыусыһы — «ЗЕНИТ» банкы төркөмө.