11 декабрь, Йәкшәмбе

31 август 2015 йыл, 15:28

Быйыл мәктәпкә әҙерләү өсөн сығымдар бик юғары — Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, быйыл баланы мәктәпкә әҙерләү, былтырғы менән сағыштырғанда, 47 процентҡа ҡиммәтләнгән. Һорау алыу мәғлүмәттәренән күренеүенсә, хәҙер мәктәпкә йыйыу өсөн уртаса 20 мең һум сарыф итергә кәрәк (былтыр 13,6 мең талап ителгәйне). Социологтар билдәләүенсә, бер ҡасан да мәктәпкә әҙерләү шул тиклем ҡиммәткә төшмәгән.

«Элеккесә сығымдарҙың күп өлөшө мәктәп формаһын, спорт кейемен һәм алмаш аяҡ кейемен һатып алыуға тура килә: быйыл ошо сумма ете мең һумдан ашыу (7191), ә 2014 йылда 4709 һум тәшкил иткән. Дәреслектәр һәм дәфтәрҙәр сығымдар рейтингында икенсе урында килә — уҡыусыларҙың ата-әсәләре күҙаллауынса, быйыл улар уртаса 3077 һум тора (2014 йылда — 1881). Мәктәп сумкаһы — 2855 һум. Белем көнө уңайынан уҡытыусыларға сәскә һәм бүләктәр алыу ғына осһоҙға төшәсәк (1209 һум — 776)», — тиелә ведомствоның белдереүендә.