9 декабрь, Йома

31 август 2015 йыл, 14:55

Өфөлә вакансиялар йәрминкәһендә йәштәргә эш тәҡдим ителәсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 3 сентябрҙә Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтә.

Йәштәргә администратор, агент, бухгалтер, инженер-конструктор, инженер-технолог, инспектор, менеджер, уҡытыусы, һатыусы, страховкалау буйынса белгес, юрист, бетон ҡойоусы, бармен, курьер, балта оҫтаһы, ашнаҡсы вакансиялары тәҡдим ителәсәк.

Эш биреүселәр сарала ҡатнашыу буйынса һорауҙар менән 251-51-75, 251-51-83 телефондары буйынса мөрәжәғәт итә ала. Уҙғарыу ваҡыты: көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 5-кә тиклем.

Халыҡ мәшғүллеге үҙәге Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса урынлашҡан.