Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡорт Википедияһы мәҡәләләр һаны буйынса 35 меңлек сикте үтте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Ошо көндәрҙә Башҡорт Википедияһы Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе ҡатнашыусы яҙған 1755-1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы тураһында мәҡәлә менән 35 меңлек сикте үтте.

«Вики-Һабантуй» уҙғарыу башҡорт ирекмәндәренең халыҡ-ара имиджында сағылыш тапты. Тәжрибәле ирекмән һәм администратор Зөфәр Сәлихов Wikimedia CEE Meeting 2015 ойоштороусыларынан Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре википедияһы лидерҙарының осрашыуына саҡырыу алды. Форум 10-13 сентябрҙә Эстонияла уҙа. Унда яҡташыбыҙ Башҡорт Википедияһының юбилей саралары хаҡында һөйләйәсәк.

«Википедияла ҡатнашыусыларҙың берләшмәһе — ирекмән-мөхәррирҙәрҙең ябыҡ клубы түгел, энциклопедияның эшмәкәрлегендә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Мәҡәләләр яҙыу һәм уларҙы тикшереү, аңлатыу эшен алып барыу, төрлө саралар үткәргәндә матди һәм матди булмаған ярҙам күрһәтеү ғилми һәм мәғариф сығанағын үҫтереүгә ҙур өлөш индереү билдәһе булып тора», — тине Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев.

Теги: википедия
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть