4 декабрь, Йәкшәмбе

31 август 2015 йыл, 13:31

Өфө яҙыусыһы Игорь Савельевтың «ZЕВС» тип аталған романы Мәскәү магазиндарына һатыуға сығарылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Камил Хәсәнов/. Өфө яҙыусыһы Игорь Савельевтың «ZЕВС» тип аталған яңы романы Мәскәүҙең үҙәк магазиндарына һатыуға сығарылды. Уҙған ял көндәрендә «Эксмо» нәшриәтендә донъя күргән роман баш ҡалалағы ун ике магазиндың кәштәләренә ҡуйылды. Башҡа сауҙа нөктәләрендә, шулай уҡ Рәсәй ҡалаларында ул сентябрь баштарында күренер тип көтөлә.

Магазин сайттарына урынлаштырылған мәғлүмәткә ярашлы, бөгөн, 31 августа, Өфө авторының китабын Яңы Арбаттағы китап йортонда, шулай уҡ уның филиалдарында һатып алырға мөмкин. Хаҡтар төрлө магазиндарҙа 258 һумдан 299 һумға тиклем тирбәлә.

«ZЕВС» — Игорь Савельевтың «Эксмо» нәшриәтендә баҫылған икенсе китабы. Йәш яҙыусының «Терешкова Марсҡа оса» тигән тәүге романы өс йыл элек донъя күрҙе һәм уҡыусылар, тәнҡитселәр тарафынан йылы ҡабул ителде. 2013 йылда был роман инглиз һәм француз телдәрендә нәшер ителде, Өфөлә иһә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы менән билдәләнде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 һәм 5 сентябрҙә Мәскәүҙә яңы китаптың исем туйҙары үтә.