9 декабрь, Йома

31 август 2015 йыл, 12:34

Рөстәм Хәмитов «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсыларын һәм көйәрмәндәрҙе Өфөлә миҙгелдең асылыуы менән ҡотланы

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 30 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Салауат Юлаев» хоккей клубының үҙ майҙанындағы уйынын ҡараны. Уйын хоккей буйынса Рәсәй чемпионаты – Континенталь хоккей лигаһы чемпионаты сиктәрендә уҙғарылды. «Өфө-Арена»ла «Салауат Юлаев» Ханты-Манси ҡалаһынан «Югра» менән көс һынашты.

Матч алдынан Рөстәм Хәмитов хоккей клубы уйынсыларын һәм көйәрмәндәрҙе Өфөлә яңы миҙгелдең асылыуы менән ҡотланы.

– Барыһын да «Өфө-Арена» һарайында хоккей миҙгеленең башланыуы менән ҡотлайым. Беҙҙе сағыу, ҡыҙыҡлы уйындар көтә, командалар яҡшы уйын күрһәтер тип ышанабыҙ. «Салауат Юлаев» клубына еңеүҙәр, ә дәғүәселәребеҙгә яҡшы уйын теләйбеҙ, – тине республика Башлығы. – Йәнә һәммәһен дә күркәм байрам менән ҡотлайым. Командабыҙ өсөн янып-көйәсәкбеҙ. Хоккейға дан! Ура!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2015-2016 йылдарҙағы яңы миҙгелдә «Салауат Юлаев» хоккей клубының эшмәкәрлеген ойоштороуҙа үҙгәрештәр булды. Быйыл март айында генераль бағыусы алмашынды. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ярҙамы менән клубты Рәсәйҙәге ҙур нефть компанияларының береһе – «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте күҙәтеүгә алды. Бағыусыларҙың килешеүенә ҡул ҡуйған саҡта ошо миҙгелдә Көнсығыш конференцияһына сығыу бурысы билдәләнде.

Клуб етәкселеге лә алмашынды: яңы генераль директор итеп билдәле хоккейсы Александр Семак тәғәйенләнде. Генераль менеджер вазифаһына Леонид Вайсфельд саҡырылған. Клуб идараһы ла үҙгәрҙе: уға тәүге тапҡыр көйәрмәндәрҙең вәкиле лә инде.

Тренерҙар штабы, оҫталар командаһы составы тулыһынса яңыртылды. Баш тренер вазифаһын Өфөлә тыуып үҫкән Анатолий Емелин биләне. Өлкән тренер булараҡ Аркадий Андреев, һаҡсылар менән эшләү өсөн баш ҡала мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Андрей Зюзин саҡырылған. Дмитрий Курошин – ҡапҡасылар тренеры, профессор Василий Коновалов физик әҙерлек буйынса тренер итеп билдәләнгән. Ике тапҡыр Гагарин кубогына эйә булған Игорь Захаркин «Салауат Юлаев» хоккей клубы системаһында тренер-координатор булып эшләү өсөн саҡырылған.

25 августа «Салауат Юлаев» Континенталь хоккей лигаһының яңы миҙгеленә аяҡ баҫты. Омскиҙа юлаевсылар «Авангард» менән көс һынашты һәм 2:4 иҫәбе менән еңелде, һуңынан Астананың «Барыҫ» клубынан 3:5 иҫәбе менән отолдо.