11 декабрь, Йәкшәмбе

31 август 2015 йыл, 10:35

Рөстәм Хәмитов: «Беҙ һөт етештереү буйынса алдынғылыҡты бирергә йыйынмайбыҙ»

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 29 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Һөт иле» V Бөтә Рәсәй фестивалендә булды. Быйыл сара Салауат Юлаев майҙанында ойошторолдо.

Республика етәксеһе байрамды асыу тантанаһында сығыш яһаны һәм ошо көндә никахтарын теркәгән йәштәрҙе ҡотланы.

– Башҡортостан – илебеҙҙең агросәнәғәт үҙәктәренең береһе. Беҙ – ҙур ауыл хужалығы етештереүселәре. Бөгөнгө көндә Башҡортостан һәм Татарстан һөт, һөт аҙыҡтарын етештереү буйынса алдынғылар рәтендә. Киләсәктә күләмде арттырырға иҫәп тотабыҙ. Беҙ алдынғылыҡты бирергә йыйынмайбыҙ. Беҙҙә күп мең тонна һөт алырға мөмкинлек биргән яңы проекттар ғәмәлгә ашырыласаҡ. Был йәмғиәтебеҙ файҙаһына эшләйәсәк. Ул халҡыбыҙҙың сәләмәтлеген нығытасаҡ, – тине төбәк Башлығы.

Рөстәм Хәмитов «Һөт ЗАГС-сы», «Һөт почтаһы», «Һөт киностудияһы», «Сувенирҙар кибете», «Һөт фермаһы» һәм «Әҙер бул!» интерактив күңел асыу майҙансыҡтарын, шулай уҡ республика ауыл хужалығы етештереүселәренең продукцияһы ҡуйылған һөт йәрминкәһен ҡараны.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2011 йылдан Өфөлә уҙғарыла башлаған «Һөт иле» Бөтә Рәсәй фестивале Рәсәйҙә һөткә һәм һөт продукцияһына арналған иң ҙур ғаилә байрамы. Уны ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, Һөт етештереүселәрҙең милли союзы һәм Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.

Фестиваль Бөтә Рәсәй һөт һәм һөт аҙыҡтарын ҡулланыуҙы дәртләндереү сиктәрендә үткәрелә.

Сарала һөт эшкәртеү менән шөғөлләнгән 26 ойошма һәм өс фермер хужалығы ҡатнашты.

Быйыл ете айҙа Башҡортостанда малсылыҡ продукцияһын етештереү күләме 53,5 миллиард һум тәшкил иткән. 1,068 миллион тонна һөт етештерелгән, 157,8 мең тонна мал һәм ҡош-ҡорт үҫтерелгән. Республика тулайым һөт етештереү күләме буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.

2015 йылдың ғинуар-июлендә республикала 208,7 мең тонна һөт аҙығы (2014 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 109,9 процент), 7,9 мең тонна сыр (109,4 процент), 5,6 мең тонна аҡ май (121,1 процент), 8,3 мең тонна киптерелгән һөт (102 процент) етештерелгән.