Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә йүнселдәр банк көрсөгө һәм һумдың осһоҙланыуы темаларын тикшерҙе

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Өфөлә йүнселдәр банк көрсөгө һәм һумдың осһоҙланыуы темаларын тикшерҙе. Осрашыу Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының 15 йыллығына арналды.

Ассоциацияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сарала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты кредитлау баҙарындағы хәл тикшерелде, бөгөнгө шарттарҙа финанс баҙарында үҙеңде нисек тотоу тураһында кәңәштәр бирелде. Эшҡыуарҙарға бизнесты көйләүсе ҡануниәт яңылыҡтары, профилле закон проекттары өҫтөндә алып барылған эш тураһында һөйләнеләр.

Осрашыу рәсми булмаған аралашыу менән тамамланды, нетворкинг эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн яңы бәйләнештәр булдырырға ярҙам итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть