8 декабрь, Кесе йома

28 август 2015 йыл, 17:44

Рәсәй ислам университетына яңы ректор тәғәйенләнде

фото: Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университетына яңы ректор тәғәйенләнде. Ректор вазифаһын биләгән Ринат Раев сәләмәтлек торошона һылтанып отставкаға киткән. Баш мөфтөй указы менән уны Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Артур Сөләймәнов алмаштырасаҡ.

Был ҡарар университет советында иғлан ителде. Мөһим сарала бөтә уҡытыусылар һәм декандар ҡатнашты. Тәлғәт Тажетдин Ринат Раевҡа ректор вазифаһында оҙайлы һәм тырыш хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе. Яңы уҡыу йылында Рәсәй ислам университетында белем биреү өсөн Иорданияның Ислам университеты профессорҙары саҡырылған, тине ул. Бынан тыш, уҡыу процесын камиллаштырыу, шулай уҡ уҡыу йортон тамамлаусыларҙы эш урындарына маҡсатлы тәғәйенләүгә айырым иғтибар бүлеү планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр мөфтиәттең матбуғат хеҙмәтенән.