10 декабрь, Шәмбе

28 август 2015 йыл, 17:07

Өфөлә «Мин исламды өйрәнәм» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре билдәләнде

фото: Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә «Мин исламды өйрәнәм» Бөтә Рәсәй балалар конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Йыл һайын йәй аҙағында «Ләлә-Тюльпан» мәсетендә Ҡөрьән уҡыусыларҙың бәйгеһе уҙғарыла. Конкурстың даими эксперты — баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин.

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, үҙҙәренең белемен һынап ҡарау өсөн төрлө төбәктәрҙән йөҙгә яҡын балалар һәм үҫмерҙәр килгән. Сығыштарҙы Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты уҡытыусыларынан торған жюри ағзалары баһаланы. Бәйге бер нисә этапта уҙҙы: Ҡөрьән аяттарын уҡыу, ислам нигеҙҙәре, Пәйғәмбәрҙең тәржемәи хәле һәм мосолман әхлаҡлылығы буйынса һорауҙарға яуап биреү, конкурс темаһы буйынса кроссворд сисеү, шулай уҡ Изге Китаптың сүрәләрен яттан һөйләү. Баш мөфтөйҙөң һорауына яуап биреү иң ҡатмарлы эштәрҙең береһе булды, сөнки уға алдан әҙерләнергә ярамай.

Һынау һөҙөмтәләре буйынса финалсылар билдәләнде. Беренсе урынға «Әс-Сәләм» командаһы (Силәбе) лайыҡ булды, икенсе урында — «Кәүсәр» (Өфө), өсөнсөлә — «Иман» төркөмө (Ҡариҙел районы). Призерҙарға иҫтәлекле бүләктәр, ҡалған ҡатнашыусыларға почет грамоталары тапшырылды. Конкурс күмәк намаҙ һәм байрам ашы менән тамамланды.