Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡала халҡын «Әҙәби бала саҡ»ҡа сәйәхәткә саҡыралар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

1 сентябрҙә Башҡортостандың Милли музейында «Әҙәби бала саҡ» акцияһына йомғаҡ яһау тантанаһы була. 5 марттан 25 авгусҡаса Милли музей ХХ быуатта нәшер ителгән балалар өсөн китаптар, китап уҡыусы балалар төшөрөлгән фотоһүрәттәр ҡабул итте. Белем көнөндә акцияға йомғаҡ яһала.

Музейҙа 1940-1980 йылдарҙағы балалар әҙәбиәтенең уҡыу залы асыла. Бында килгән һәр кем бала саҡта ата-әсәһенең, олатай-өләсәйҙәренең ниндәй китап яратҡанлығын белә, шиғырҙар һәм әкиәттәр, мажаралы һәм тарихи әҫәрҙәр уҡый ала. Тәҡдим ителгән йыйынтыҡтарҙың барыһын да музейға Өфө халҡы бүләк иткән.

Шулай уҡ ҡунаҡтар 1960-1980 йылдарҙа белем алған уҡыусыларҙың мәктәп кәрәк-яраҡтарын күрәсәк, ХХ быуат уртаһындағы әлифбалар һәм дәреслектәр менән танышасаҡ. «Уйҙа ғына ҡағыҙ китаптар, ҡараны дәфтәргә тамыҙмаҫ өсөн хәрефтәрҙе матур итеп яҙырға кәрәк булған осорға күсергә мөмкин буласаҡ», — тип билдәләнеләр акцияны ойоштороусылар.

Сара Совет урамы, 14 адресы буйынса көндөҙгә сәғәт 12-лә асыла. Телефон: 273-50-27.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть