Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө ҡала Советы депутаттары ҡала бюджетына үҙгәрештәр индерергә планлаштыра

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

31 августа үтәсәк ҡала Советының сираттағы ултырышында депутаттар ҡала бюджетына үҙгәрештәр индерергә һәм Максимовка биҫтәһендә территориаль йәмәғәт үҙидараһын булдырыу тураһында мәсьәләне ҡарарға планлаштыра.

Ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, шулай уҡ Өфөгә ингән саҡта Ағиҙел йылғаһы аша яңы автомобиль күпере һәм Совет районында яңы торлаҡ төҙөү проекттары буйынса асыҡ тыңлауҙар тәғәйенләнәсәк.

Бынан тыш, депутаттар ҡала Советының бюджет, финанстар һәм һалымдар буйынса даими комиссияһының составын үҙгәртергә, Өфө хакимиәте һәм райондарының структур бүлектәре тураһында положениеға үҙгәрештәр индерергә ниәтләй.

Ултырыш Октябрь проспекты, 120 адресы буйынса иртәнге сәғәт 10-да башлана.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть