9 декабрь, Йома

28 август 2015 йыл, 14:46

Башҡортостан Хөкүмәте менән ВТБ банкы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостан Хөкүмәте менән ВТБ банкы төбәк биләмәһендә иҡтисади, инвестиция һәм социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. ВТБ банкының идара рәйесе урынбаҫары Михаил Осеевский һүҙҙәренсә, документта яҡтарҙың республика үҫешендә әүҙем ҡатнашырға тигән ниәттәре билдәләнгән. Килешеүгә Башҡортостан Хөкүмәте яғынан беренсе вице-премьер Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйҙы.

«Осрашыуҙа беҙ ғәмәли темаларҙы тикшерҙек. Иң мөһимдәренең береһе — Башҡортостандың коммуналь инфраструктураһын үҫтереү һәм яңыртыу. Атап әйткәндә, биләмәләрҙә йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын яңыртыу кәрәклеге хаҡында һүҙ алып барҙыҡ. Бынан тыш, оҙайлы кредитлау схемаһы буйынса мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөлөшөнә яңыса ҡарауҙың мөмкинлектәрен тикшерҙек. Пилот проектын ғәмәлгә ашырырға һөйләштек: ВТБ банкы һайлап алынған мәктәп йәки балалар баҡсаларын финанслауҙа ҡатнашасаҡ», — тип билдәләне Михаил Осеевский.

Шулай уҡ ВТБ банкы республика биләмәһендә эшләгән компанияларҙың инвестиция проекттарына ярҙам итергә әҙер.

«Һис шикһеҙ, төп маҡсат — ВТБ банкынан ярҙам талап ителгән компанияларҙың инвестиция проекттарын табыу. Башҡортостан төбәктең дәүләт бурысын финанслау буйынса конкурстарҙа ҡатнашыуыбыҙға ҡыҙыҡһыныу белдерә. Беҙ ошо сараларҙа ла ҡатнашасаҡбыҙ», — тине ВТБ банкының идара рәйесе урынбаҫары.