Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Республика халҡы «Йәшел Рәсәй» экологик өмәһенә сыға

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостан халҡы «Йәшел Рәсәй» Бөтә Рәсәй экологик өмәһенә сыға. 29 августа республика ҡала һәм райондарында сүп-сарҙан таҙартыу саралары ойошторола.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы өмә өсөн 23 майҙансыҡ билдәләгән, тип хәбәр иттеләр ведомствонан. Өфөлә Непейцев дендропаркын таҙартасаҡтар. Бындай акциялар Мәләүездә, Бөрөлә, Белоретта, Дүртөйлөлә, Туймазыла һәм Бәләбәйҙә, шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы, Стәрлебаш, Баймаҡ, Дыуан, Салауат, Ҡыйғы, Балаҡатай, Бөрйән, Краснокама, Илеш, Баҡалы, Бишбүләк, Миәкә, Туймазы райондарында уҙғарыла.

Акцияла төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һәм ведомство ҡарамағындағы ойошмалар, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы, «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре, экологик ойошмалар ҡатнашасаҡ. Өмә иртәнге сәғәт 10-да башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть