4 декабрь, Йәкшәмбе

28 август 2015 йыл, 12:31

Әҙәби марафон эстафетаһын Ҡыйғы районы ҡабул итте

фото: Ҡыйғы районы хакимиәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Әҙәбиәт йылына арналған әҙәби марафон эстафетаһын Ҡыйғы районы ҡабул итте. Байрамға республика әҙәбиәтселәре килде, улар араһында билдәле шағир һәм тәнҡитсе, филология фәндәре докторы Риф Әхмәҙиев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, яҙыусы Флүр Ғәлимов, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы Айгиз Баймөхәмәтов, республика киң мәғлүмәт саралары журналистары бар ине.

Ҡунаҡтар Ҡыйғы районында тыуып үҫкән шағир Рафаэль Сафинға һәм төркиәтсе, шағир Ниғмәт Хәкимгә арналған музейҙа булды. Йыланлы ауылы клубында Р.Сафинға бағышланған «Мөхәббәтем — гөл, нәфрәтем — ҡылыс» тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисә үтте. Йыйылыусылар шағирҙың ҡәберенә сәскәләр һалды.

Үҙәк китапханала әҙәбиәтселәр «Ҡыйғы ере шиғриәтенең аҫыл таштары» тигән түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты, унда башлап яҙыусы авторҙар Алһыу Асҡарова, Зөһрә Сафина, Ринат Кашаповтың ҡулъяҙмалары тикшерелде.

Кисен иһә район Мәҙәниәт һарайында Әҙәбиәт йылына арналған әҙәби-музыкаль композиция булды. Әҙәбиәт йылының символы һаналған Китапты Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәнил Сафинға Салауат районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Владислав Килдейәров тапшырҙы.

4 сентябрҙә Әҙәбиәт йылы эстафетаһын Мәсетле районы ҡабул итә.

темалар: әҙәби марафон