Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандың яңы перинаталь үҙәгендә тәүге сабый донъяға килде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Күптән түгел Октябрьский ҡалаһында асылған перинаталь үҙәктә тәүге сабый тыуҙы. Малай кисә, 27 августа, көндөҙгө 2-се 20 минутта донъяға килгән.

Табиптар яңы перинаталь үҙәктә тыуған беренсе баланың баһадир ауырлығын изге билдә булараҡ ҡабул итте. Малайҙың ауырлығы — 4260 г, буйы — 53 см. 31 йәшлек ҡатын икенсегә әсәй булды.

Яңы корпус 80 койкаға иҫәпләнгән һәм унда 20 койкалыҡ обсервация бүлеге, 40 койкалыҡ йөклөлөк патологияһы бүлеге һәм 20 койкалыҡ физиология бүлеге бар. Бинаның дөйөм майҙаны — 12 919 квадрат метр. Бер-ике койкалыҡ палаталар әсә менән бала өсөн тәғәйенләнгән.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мабуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, перинаталь үҙәк 1-се ҡала дауаханаһында республика адреслы инвестиция программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә төҙөлгән. Дауаханала 300-ҙән ашыу табип, меңдән артыҡ урта медицина хеҙмәткәре, 313 кесе медицина персоналы эшләй. Унда заманса йыһазландырылған дүрт муниципаль-ара медицина үҙәге бар. Бында ҡала һәм эргә-тирәләге райондарҙың халҡы медицина ярҙамын ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть