11 декабрь, Йәкшәмбе

28 август 2015 йыл, 10:35

Рөстәм Хәмитов Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһының Башҡортостандан һайланған депутаттары менән осрашты

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 27 августа Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһының Башҡортостандан һайланған VI саҡырылыш депутаттары менән осрашты.

Осрашыу барышында төбәкте социаль-иҡтисади үҫтереү, уның инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын камиллаштырыу һәм импортты алмаштырыу программаһын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.

– Бөгөнгө осрашыуҙа республикалағы хәлдәрҙең торошо, яҡын арала нисек эшләргә кәрәклеге хаҡында һөйләшәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Дөйөм алғанда, беҙҙә хәлдәр һәйбәт тип әйтә алам. Рәсәй Президенты указдарын уңышлы үтәйбеҙ, ыңғай һөҙөмтәләр бар.

Бюджетҡа һалым һәм һалым булмаған килемдәр план күрһәткестәренән 10 процентҡа күберәк, тип билдәләне республика Башлығы. Күп осраҡта был Башҡортостан Хөкүмәтенең эре һалым түләүселәр менән шәхси эшләүенә бәйле. Һумдың долларға ҡарата тирбәлеүе лә ҙур роль уйнай, был экспортерҙарға өҫтәмә керем алырға мөмкинлек бирә.

– Һуңғы бер нисә йылда инвестиция йәһәтенән үҫешәбеҙ. Бөгөн дөйөм Рәсәй күрһәткестәре түбәнәйгән ваҡытта беҙҙә инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһе 4,5 процентҡа артығыраҡ. 2015 йылды уңышлы тамамларбыҙ һәм инвестиция буйынса планды үтәрбеҙ тип ышанам, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Бөгөнгө көндә Башҡортостан торлаҡ төҙөү күләме буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынға сыҡты, тип белдерҙе төбәк етәксеһе. Шуның менән бергә округтың башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, республикала ла күмәртәләп һәм берәмләп һатыу күләме кәмене.

– Был халыҡтың үҙҙәренең сығымдарын сикләүе хаҡында һөйләй: берәүҙәр киләсәктә килеме кәмер тип хәүефләнә, икенселәрҙең аҡсаһы юҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Бер яҡтан, йылды һәйбәт тамамларбыҙ тигән ышаныс бар. Бюджет запастары етерлек. Эш хаҡын түләүгә, Президент указдарын үтәүгә килгәндә, бер ниндәй ҙә шик юҡ. Икенсе яҡтан, бөгөн илебеҙҙә күҙәтелгән иҡтисади үҙгәрештәр беҙҙе лә урап үтмәне. Башҡаса булыуы мөмкин түгел. Тимәк, ошо эҙемтәләрҙе йомшартыу буйынса эшләйәсәкбеҙ.