Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә Ағиҙел ярының икенсе сиратын төҙөүгә ҡала бюджетынан 2,57 миллиард һум бүленәсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

«Коммерсант» гәзитенең дәүләт һатып алыуҙары порталына һылтанып хәбәр итеүенсә, Ағиҙел йылғаһының ярын төҙөүҙе дауам итеү Өфө ҡалаһы бюджетынан финансланасаҡ.

21 сентябрҙә үтәсәк аукционда Өфөнөң Төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы йүнәтеү идаралығы төҙөлөштөң икенсе сиратының генераль подрядсыһын һайлап алырға планлаштыра. Уның менән башланғыс хаҡы 2,57 миллиард һум тәшкил иткән килешеү төҙөләсәк. Килешеү шарттары буйынса подрядсы тимер юл күперенән алып Бельский урамына тиклем 2 саҡрым яр буйын нығытыу һыҙатын төҙөкләндерергә тейеш. Ҡатнашыу өсөн ғаризалар 26 августан 21 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Эштәрҙе 2017 йылға ҡәҙәр башҡарып сығыу күҙаллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть