3 декабрь, Шәмбе

27 август 2015 йыл, 18:04

Ғ.Камал исемендәге татар театры Өфө тамашасыһына 10 иң яҡшы спектаклен тәҡдим итә

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 10 сентябрҙән 17-нә тиклем Өфөлә Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры гастролдәре үтә. Быйылғы гастролдәрҙең үҙенсәлеге шунда: тәүге тапҡыр Ҡазан ҡунаҡтарын бер юлы ике театр — М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм Өфө «Нур» татар театры ҡабул итә. Спектаклдәр һәм театрҙың ижади тормошо хаҡында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында директор Илфир Яҡупов, баш режиссер Фәрит Бикчәнтәев һәм Ғ.Камал исемендәге театр актеры Радик Барыев, шулай уҡ ҡабул итеүсе театрҙарҙың етәкселәре Олег Ханов һәм Илдар Хәзиев һөйләне.

«Беҙ ике йылға бер тапҡыр Рәсәй төбәктәре буйлап гастролдәргә сығабыҙ. Быйыл Мәскәүҙә, Һамарҙа, Ырымбурҙа булдыҡ, тиҙҙән Өфөгә киләбеҙ. Быны гастролдәр менән алмашыу тип әйтергә мөмкин: М.Ғафури исемендәге һәм «Нур» театрҙары ла беҙгә гастролдәргә килә», — тип билдәләне директор Илфир Яҡупов.

Камал исемендәге театр 10 спектакль ҡуясаҡ, уларҙың бөтәһе лә тиерлек Өфө тамашасыһына тәүге тапҡыр тәҡдим ителә. Спектаклдәр араһында — дүрт премьера. Гастролдәр 10 сентябрҙә М.Ғафури исемендәге театр сәхнәһендә Йон Фоссеның «Йәйҙең бер көнөндә» спектакле менән асыла.

Кәрим Тинчуриндың «Зәңгәр шәл» спектакле 1926 йылдан бирле сәхнәнән төшмәй. Театрҙың директоры әйтеүенсә, 11 сентябрҙә баш ҡалала ҡуйыласаҡ спектаклгә билеттар ҡалмаған. 14 һәм 16 сентябрҙә өфөләр быйыл арабыҙҙан киткән драматург Флорид Бүләковтың иҫтәлегенә арналған «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме…» мелодрамаһын ҡараясаҡ.

«Нур» театры сәхнәһендә ҡазандар ете спектакль ҡуя: «Хужа Насретдин» (Нәҡи Иҫәнбәт һәм Саадалла Ваннус), «Ауыл эте Аҡбай» һәм «Диләфрүз-Remake» ( Туфан Миңнуллин), «Мөхәббәт FM» (Илгиз Зәйниев), «Иҫкән елдәр көйөнә» (Зөлфәт Хәким), «Ричард III» (Уильям Шекспир), «Банкрот» (Ғәлиәскәр Камал).

Ҡунаҡтар ижади пландары менән дә уртаҡлашты: Камал исемендәге театр алдағы миҙгелдә М.Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу», Ж.Б.Мольерҙың «Дон Жуан» һәм А.Островскийҙың «Урман» спектаклдәрен сәхнәләштерергә йыйына. Киләһе миҙгелде Мансур Ғиләжевтың, Салауат Юзеевтың, Сөмбөл Ғафарованың әҫәрҙәренә арнау күҙаллана.

темалар: гастролдәр