7 декабрь, Шаршамбы

27 август 2015 йыл, 16:22

«Таврида» форумында республика журналистары Халыҡ фронты эксперттарының тәжрибәһен үҙләштерә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан журналистары Ҡырымда «Таврида» форумында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты сменаһында ҡатнаша. Төбәк һәм урындағы киң мәғлүмәт сараларының йәш журналистары өсөн ойошторолған сара бөгөн, 27 августа, башланды.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының оҫталыҡ дәрестәрендә 500 кеше: йәш журналистар, блогерҙар, киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре, абруйлы эксперттар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары ҡатнаша. «Россия сегодня» халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы, ТАСС, Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы вәкилдәре белем биреү программаһы һәм лекция менән сығыш яһаясаҡ.

«Быйыл Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты сменаһына илебеҙҙең бөтә төбәктәренән йәш журналистар йыйылды. Уларҙың күбеһе яңы ғына эшләй башлауға ҡарамаҫтан, яҙған  мәҡәләләре ярҙамында төбәктәрендәге хәлде үҙгәртә, урындағы властың иғтибарын халыҡтың проблемаларына йүнәлтә алды. Сменаның программаһына килгәндә, уға белем биреү лекциялары һәм оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, текст яҙыу, инфографика, видеосюжеттар эшләү буйынса практик эштәр инә. Лекциялар ваҡытында журналистар фекер алыша, тәжрибә уртаҡлаша, медиа өлкәһе вәкилдәре менән аралаша ала», — тине Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы рәйестәше, Дәүләт Думаһы депутаты Ольга Тимофеева.

Башҡортостандан форумда Анастасия Жилкина («Ufa1.ru» сайты), Илдус Сәфәров («Күмертау ваҡыты» гәзите), Константин Корепанов («ProUfu» мәғлүмәт порталы), Гөлнара Ахмельдинова («РИК-ТВ» телеканалы, Бөрө) ҡатнаша.