Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Белем көнө уңайынан «Китап» нәшриәтендә балалар өсөн яңы йыйынтыҡтар донъя күрҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Белем көнө алдынан Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә кескәйҙәр өсөн сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән баҫмалар донъя күрҙе.

Салауат Кәримдең «Тәүге дәрес» китабына мәктәп тормошо һәм хәҙерге заман балаларының күңелле мажаралары хаҡында 24 хикәйә ингән. Улар тәрбиәүи характерҙағы фәһемле хикәйәләр. Әҫәрҙәрҙең төп геройҙары — ябай малайҙар һәм ҡыҙҙар. Ошо хикәйәләр аша бәләкәстәр тирә-йүнде танып беләсәк, үҙҙәренең йортон, яҡындарын яратырға, дуҫлыҡтың ҡәҙерләргә өйрәнәсәк, шулай уҡ тыуған яғы менән танышасаҡ. Рус һәм башҡорт телдәрендәге баҫма кесе һәм урта мәктәп йәшендәге балалар өсөн тәғәйенләнгән.

Ҡадир Әлибаевтың «Күңелле иртә» һәм Вәрис Аҡбашевтың «Беҙ — Ағиҙел балалары» шиғри йыйынтыҡтарында иң бәләкәстәр өсөн әҫәрҙәр урын алған. Тәбиғәт күренештәре, тирә-йүн тураһындағы шиғырҙар балаға ысынбарлыҡтың яңы сиктәрен асырға ярҙам итә, тыуған төйәкте яратырға өйрәтә.

Баҫмаларҙы «Китап» нәшриәте магазинында һатып алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть