11 декабрь, Йәкшәмбе

27 август 2015 йыл, 14:28

Баш ҡалала «Әҙәби троллейбус» пассажирҙары «Тамаша» журналы менән танышты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Әҙәби троллейбус» акцияһы дауам итә. Был юлы 2-се троллейбус пассажирҙары «Тамаша» журналы менән танышты. Редакция хеҙмәткәрҙәре һәм пассажирҙар менән бергә күңелле маршрут буйынса журналдың ҡунаҡтары һәм дуҫтары: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле юморист һәм сатирик Юнир Салауатов, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары, Башҡортостандың Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры артисы, думбырасы Гүзәл Үмәрғәлина, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, ҡурайсы Илнур Хәйруллин, «Тамыр» балалар телеканалы режиссеры Ләйсән Мәзитова йөрөнө.

Пассажирҙарҙы ҡурай моңдары һәм бауырһаҡ менән ҡаршы алдылар. Сараны алып барыусы, «Тамаша» журналының бүлек мөхәррире Миләүшә Уразова һәр пассажирҙы шатланып ҡаршыланы. «Тамыр» телеканалының ижади төркөмө «Тау-тау хәбәр» программаһы өсөн акция тураһында ҡыҙыҡлы тапшырыу әҙерләне.

«Акция ысын мәғәнәһендә байрамға әүерелде. «Әҙәби троллейбус»ҡа осраҡлы килеп ингән кешеләр Юнир Салауатовтың мәҙәктәрен тыңланы, хатта башҡортса бейеү көйҙәренә бейеп тә алды. Редакция хеҙмәткәрҙәре пассажирҙарға журналдар таратты», — тип һөйләне журнал хеҙмәткәрҙәре.

«Әҙәби троллейбус» акцияһының маҡсаты — журнал уҡыусылар менән осрашыу, пассажирҙарҙы республика матбуғаты менән таныштырыу, подписка кампанияһында әүҙем ҡатнашыу. Акция Әҙәбиәт йылына арналған. «Әҙәби троллейбус» йыл буйына йөрөйәсәк. Ойоштороусыһы — республика Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы.