3 декабрь, Шәмбе

27 август 2015 йыл, 13:10

Өфөлә район башлығы телефондан тура бәйләнеш үткәрә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 27 августа Өфөлә Совет районы хакимиәте башлығы Урал Килсенбаев менән тура бәйләнеш ойошторола. Ҡала халҡы телефондан шылтыратып үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирә ала. Һорауҙы яҙып, WhatsApp аша ла ебәрергә мөмкин. Бынан тыш, онлайн-һорауҙар «Бәйләнештә»ге «Өфө-үҙәк» төркөмөндә ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Тура бәйләнеш һөҙөмтәләре буйынса көнүҙәк һорауҙар билдәләнәсәк, артабан улар контролгә алынасаҡ. Совет районы хакимиәтендә граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән даими эш алып барыла. Район башлығы, уның урынбаҫарҙары һәм бүлек етәкселәре ҡатнашлығында тура бәйләнештәр уҙғарыла.

Мөрәжәғәттәр өсөн телефон: 273-33-09, 8-963-908-71-37 (шылтыратыуҙар һәм WhatsApp). Тура бәйләнеш көндөҙгә сәғәт 4-тән 5-кә тиклем эшләй.