6 декабрь, Шишәмбе

27 август 2015 йыл, 11:43

Төбәктә атлы туризм фестивале ойошторола

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Камил Хәсәнов/. 4 сентябрҙән 6-на тиклем Башҡортостанда «Һыбайлы юлы-2015» атлы туризм фестивале ойошторола. Сара Белорет районының Ҡағы ауылында уҙа. Фестивалде республика Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты булышлығында Башҡортостандың Атлы туризм федерацияһы үткәрә.

«Башинформ» агентлығына федерация рәйесе Алла Маликова хәбәр итеүенсә, фестивалдә туристар өсөн программа, шулай уҡ эшлекле өлөш тә ҡаралған. «Рәсәй төбәктәрендә атлы туризмды үҫтереүҙең актуаль проблемалары» темаһына түңәрәк өҫтәл һәм ошо өлкәләге проекттарҙың презентацияһы була. Ҡунаҡтарҙы Белорет һәм Бөрйән райондарының иҫтәлекле урындарына сәйәхәт, конкурстар, балалар өсөн эстафеталар, оҫталыҡ дәрестәре һәм спорт ярыштары көтә. Фестиваль һыбайлылар парады менән тамамланасаҡ.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, сарала атта һыбай йөрөү менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһы ла ҡатнаша ала. Түңәрәк өҫтәлдә атлы туризмдың проблемаларын тикшерергә һәм тәҡдимдәр индерергә, шулай уҡ үҙеңдең проектың тураһында һөйләргә мөмкин. Фестиваль 4 сентябрҙә иртәнге сәғәт 10-да асыла, түңәрәк өҫтәлдең эше сәғәт 2-лә башлана. Ҡунаҡтарҙы яҡында урынлашҡан өс турбаза ҡабул итергә әҙер. Барлыҡ һорауҙар менән социаль селтәрҙәге төркөмгә, шулай уҡ ойоштороусыларҙың электрон адресына мөрәжәғәт итергә була — horsetourism@mail.ru.