7 декабрь, Шаршамбы

27 август 2015 йыл, 10:50

Рөстәм Хәмитов «МАКС-2015» халыҡ-ара авиация-космик салонын ҡараны

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 26 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәү өлкәһе Жуковский ҡалаһының М.М.Громов исемендәге осоу-тикшеренеү институты аэродромында уҙған «МАКС-2015» халыҡ-ара авиация-космик салонында булды.

Республика етәксеһе авиасалондың экспозицияларын, шул иҫәптән Рәсәй машина эшләүселәре союзы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең һәм «Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы» акционерҙар йәмғиәтенең стендтарын ҡараны.

«МАКС-2015» авиасалоны сиктәрендә Башҡортостан Башлығы «Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы» һәм «Рәсәй вертолеттары» акционер йәмғиәттәренең генераль директорҙары Александр Артюхов һәм Александр Михеев менән осрашты.

– Бөгөнгө көн ваҡиғаларға бай булды. Ҙур авиация корпорациялары, йыһан өлкәһе предприятиелары етәкселәре менән осрашыуҙар ойошторолдо. Башҡортостан предприятиеларына өҫтәмә йөкләмә, етештереү ҡеүәтен үҫтереү, яңы техниканы үҙләштереү һәм башҡалар хаҡында һүҙ барҙы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ошо күргәҙмәне тәрән өйрәнеү авиация двигателдәрен эшләүҙә, вертолет төҙөүҙә республиканың роле бик ҙур икәнлеген күрһәтте. Хәрби авиация двигателдәре Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә етештерелә. Самолеттарҙың авиация двигателдәре өсөн агрегаттар беҙҙең предприятиеларҙа сығарыла. Авиация конструктор бюроһы, Күмертауҙа вертолет заводы бар.

Яҡын арала Башҡортостандың машина эшләү комплексы тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ, сөнки уның продукцияһы авиация сәнәғәтендә ҙур һорау менән файҙалана. Бынан тыш, ҡайһы бер сит илдәрҙә Ка-226 вертолеттарын йыйыу буйынса предприятиелар асылыуы ихтимал.

Быйыл Күмертау авиация етештереү предприятиеһының сәнәғәт етештереү күләме яҡынса 8-10 миллиард һум тәшкил итәсәк, тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. Был былтырғы күрһәткестәрҙән 2-2,5 тапҡырға күберәк.

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе лә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.

– Дөйөм алғанда, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, авиация, авиадвигатель сәнәғәте кеүек предприятиелар булғанда Рәсәй донъяның инженер технологияларында лайыҡлы урын биләйәсәк. Был бөгөн бик мөһим, – тине Рөстәм Хәмитов.