8 декабрь, Кесе йома

26 август 2015 йыл, 18:01

Баш ҡалала киҙеүгә ҡаршы яңы вакцина уйлап табылды

фото: «Микроген» ғилми-етештереү берекмәһенең матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә «Иммунопрепарат» предприятиеһы белгестәре киҙеүгә ҡаршы яңы вакцина әҙерләне. Быйыл «Микроген» ғилми-етештереү берекмәһенең Өфөләге филиалында уйлап табылған препарат иҫкәртеү прививкаларының милли календары буйынса халыҡты бушлай вакцинациялау өсөн файҙаланыласаҡ.

Яңы вакцина йыл һайын 18 йәштән 60 йәшкәсә кешеләргә киҙеүгә ҡаршы прививка яһау өсөн тәғәйенләнгән.

«Рәсәйҙә 15,5 миллиондан ашыу кеше ошо вакцина ярҙамында киҙеү вирусынан һаҡлана ала. «Совигрипп» тулыһынса илебеҙҙә әҙерләнгән һәм уға сит ил компоненттары ҡушылмаған. Уны әҙерләү өсөн компания 200 миллион һум аҡса инвестициялаған», —тип хәбәр итте «Микроген» ғилми-етештереү берекмәһенең генераль директоры Петр Каныгин.

Иммунобиологик препарат Рәсәй медицина берләшмәһендә лә хуплау тапҡан. «Киҙеүгә ҡаршы вакцина һәм уны алыу ысулдары» тикшереүе өсөн патентҡа эйә булыусы «Микроген» ғилми-етештереү берекмәһе «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы асышы» номинацияһында Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәттең дипломына лайыҡ булған, тип хәбәр иттеләр предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән.