9 декабрь, Йома

26 август 2015 йыл, 17:26

Республикала әһәмиәтле инвестиция проекттарына ярҙам итеү өсөн фонд булдырылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостанда Залог фонды булдырылды. Бөгөн, 26 августа, Башҡортостан Хөкүмәте тейешле положениены раҫланы. Фонд республика өсөн өҫтөнлөклө һәм әһәмиәтле булған инвестиция проекттарына ярҙам итәсәк.

«Залог фонды — республика күсемһеҙ милек берләшмәһе, ул шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының кредит ойошмалары һәм инвесторҙар алдындағы бурыстарын тәьмин итеү өсөн булдырылған. Был эшҡыуарҙарға һәм юридик шәхестәргә үҙҙәренең бизнес-проекттарын ғәмәлгә ашырыу йәки үҫтереү өсөн кредит алырға мөмкинлек бирә», — тиелә Башҡортостан Хөкүмәте белдереүендә.

Залогты кемгә бирергә кәрәклеген республика Хөкүмәте хәл итәсәк. Башҡортостандың Залог фондына индерелгән объекттарҙың яҡынса хаҡы — 10,6 миллиард һум. Артабан фондтың активтарын арттырыу планлаштырыла.