5 декабрь, Дүшәмбе

26 август 2015 йыл, 16:43

«Ватан» этник паркы өфөләрҙе яңы программаға саҡыра

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Кесаҙна, 27 августа, «Ватан» этник паркы баш ҡала халҡын һәм уның ҡунаҡтарын «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» тип исемләнгән концертҡа саҡыра.

«Этноауыл» алдындағы майҙанда С.Т.Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһының фольклор коллективтары сығыш яһаясаҡ. «Милый мой хоровод» рус йыры халыҡ ансамбле һәм «Сылтыр шишмә» башҡорт вокал ансамбле музыкаль композиция тәҡдим итәсәк.

Халыҡ байрамында дәртле рус таҡмаҡтары һәм лирик башҡорт көйҙәре яңғыраясаҡ. Солистар — Әлфиә Янбарисова һәм Валентина Емсина. Концерт киске сәғәт 7-лә башлана.