5 декабрь, Дүшәмбе

26 август 2015 йыл, 15:39

Башҡортостанда иген 45 процент майҙанда йыйып алынған

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда 799 мең гектарҙа ашлыҡ һуғылған, был дөйөм майҙандың 45 проценты. Ошо хаҡта республика Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итә.

Ун һигеҙ райондың хужалыҡтарында майҙандарҙың яртыһынан ашыуы йыйып алынған, Дүртөйлөлә — 62 процент. Дөйөм алғанда, һуңғы тәүлектә республика буйынса 49 мең гектарға яҡын һуғылған.

Гектарҙан уртаса уңыш 17,8 центнер булғанда 1421 мең тонна ашлыҡ һуғылған. Яҙғы бойҙай — 182,4 мең тонна, арпа — 305,6, һоло — 156,4, борсаҡ — 44,7.

Бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡ районында 71,64 мең, Саҡмағошта — 70,29, Илештә — 69,11, Мәләүездә — 67,61 мең тонна иген һуғылған. Дәүләкән, Благовар, Ауырғазы райондарында 57-58,6 мең тонна ашлыҡ йыйылған.