10 декабрь, Шәмбе

26 август 2015 йыл, 14:47

Баш ҡалала өс телдә йәш яҙыусыларҙың китабы донъя күрҙе

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Йәштәр тауышы» серияһы донъя күрҙе.

Йыл һайын был серияла әҙәбиәт өлкәһендә етди аҙым яһаусы йәш авторҙарҙың ижад емештәре баҫыла. Быйыл уларҙың рус, башҡорт һәм татар телдәрендә биш шиғри йыйынтығы нәшер ителде. Улар — Розалиә Зарипова («Ерем моңо»), Миңлегөл Тайсина («Бала саҡ күҙҙәре»), Хәким Алсынбаев («Күңел дәфтәре»), Михаил Кривошеев («Өфө ярымутрауы»), Илүсә Исмәғилева («Йыһандың бер тамсыһы»).

Китаптар берҙәм стилдә 500 дана тираж менән баҫылған һәм нәшриәттең фирма магазиндарына һатыуға сығарылған.

темалар: китап сығарыу