4 декабрь, Йәкшәмбе

26 август 2015 йыл, 14:19

Өфөлә бер майҙанда балдың 200-гә яҡын төрөн күрергә һәм һатып алырға мөмкин

фото: Андрей Старостин, Артур Басиров

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромында бал күргәҙмә-йәрминкәһе асылды. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары бер майҙанда балдың 200-гә яҡын төрөн һатып ала ала.

«Йәрминкәгә Нуриман, Архангель һәм Иглин райондары умартасылары килде. Былар — Башҡортостандың баллы төбәктәре. Улар йүкә, сәскә балын һәм уның төрлө төрҙәрен килтерә. Маҡсатыбыҙ — ҡала халҡын умартасылар, уларҙың продукцияһы менән таныштырыу», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов.

Уның һүҙҙәренсә, күргәҙмәгә ҡуйылған ошондай күләмдәге продукция донъяның бер илендә лә юҡ.

«Шуға күрә республикала фәнни ҡеүәт һәм технологиялар үҫешкән тип ғорурлыҡ менән әйтә алабыҙ. Улар араһында балдан яһалған 50-нән ашыу косметика продукцияһы, прополислы һыу, бал ҡушылған крем, өҫтәмәләр ҡушылған балдың 75 төрө бар», — тип билдәләне Әмир Ишемғолов.

Күргәҙмә-йәрминкәне Умартасылар ассоциацияһының халыҡ-ара федерацияһы президенты Жиль Ратиа ҡараны. Ул заманса умартасылыҡ проблемаларына арналған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнаша.