8 декабрь, Кесе йома

26 август 2015 йыл, 12:59

Төбәктә халыҡтың экологик грамоталылығы күтәреләсәк

фото: «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда «Рәсәй экологияһы» федераль инфраструктура проектына старт бирелде. 25 августа «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитетында акцияны башлау буйынса кәңәшмә үтте. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар республикалағы экологик проблемаларҙы тикшерҙе, проектты тормошҡа ашырыу стратегияһы һәм эшсе төркөм составы тураһында һөйләне. Кәңәшмәгә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы һәм Өфө ҡалаһы Советы депутаттары, «Йәш гвардия»ның төбәк штабы ағзалары, ҡала предприятиелары етәкселәре килде.

Партияның төбәк бүлексәһендә һөйләүҙәренсә, бөтә Рәсәй проекты бер нисә йыл элек ғәмәлгә ашырыла башлаған, әммә хәҙерге ваҡытта экологик проблемаларҙың мөһим булыуы уға яңы үҫеш этабына сығырға мөмкинлек бирә. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты, Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет рәйесе Рәсүл Ғосманов координатор, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Александр Мельников проект етәксеһе итеп тәғәйенләнгән.

Башҡа Рәсәй төбәктәрендәге кеүек үк Башҡортостанда ла акцияның маҡсаттары бер. Эшмәкәрлек тәбиғәт мөхите сифатын һәм экологик шарттарҙы яҡшыртыу буйынса эшкә комплекслы ҡараш, иҡтисадтың тотороҡло үҫеш моделен булдырыуға һәм республиканың инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыуға ярҙам итеүгә йүнәлтеләсәк.

«Рәсәй экологияһы» проектын ғәмәлгә ашырғанда тәү сиратта экологик белем биреүгә ҙур иғтибар бүленәсәк, тип билдәләне осрашыуҙа ҡатнашыусылар.

«Беҙ экологик тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Йыл һайын республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 40-ҡа яҡын сара, шул иҫәптән «Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһын, өмәләр һәм экодәрестәр үткәрә. Мәктәп уҡыусылары менән генә түгел, шулай уҡ студенттар менән дә саралар уҙғарырға кәрәк тип иҫәпләйем. Ошо шәмбелә беҙ Непейцев дендропаркында «Йәшел Рәсәй» өмәһен ойошторабыҙ», — тине Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының ойоштороу-аналитика бүлеге етәксеһе Ринат Фәтҡуллин.

Тәбиғәткә яңыса ҡараясаҡ быуынды экологик тәрбиәләү тураһында фекерҙе эшсе төркөмдөң бөтә ағзалары ла хупланы. Бының өсөн мәктәптәр менән генә хеҙмәттәшлек итеү түгел, шулай уҡ өҫтәмә белем биреү учреждениеларын йәлеп итеү күҙаллана. 1 октябрҙә Өфө мәктәптәренең береһендә үтәсәк «Бергәләп эшләйбеҙ» Бөтә Рәсәй экологик дәресендә ҡатнашыу хаҡында ҡарар ҡабул ителде.