6 декабрь, Шишәмбе

26 август 2015 йыл, 11:17

Татарстанда республика делегацияһы Туфан Миңнуллинды иҫкә алыу сараларында ҡатнашты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Татарстанда Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Туфан Миңнуллинды иҫкә алыу сараларында ҡатнашты. Ҡазанда күренекле драматургтың, Татарстандың халыҡ яҙыусыһының тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан хөрмәтләп иҫкә алдылар.

Сараға Татарстан дәүләт Советы депутаттары, татар һәм башҡорт яҙыусылары, Ғ.Камал исемендәге Татар театры вәкилдәре, драматургтың  хеҙмәттәштәре һәм яҡындары килде. Йыйылыусылар Иҫке татар зыяратында яҙыусының ҡәберенә сәскәләр һалды.

Мемориаль саралар көҙ көнө дауам итәсәк. 5 октябрҙә Татарстандың баш ҡалаһында Ҡазан, Астана, Йошкар-Ола, Ырымбур, Өфө, Туймазы, Салауат театрҙары ҡатнашлығында Туфан Миңнуллиндың спектаклдәре декадаһы асыла. 6 октябрҙә Ҡазанда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры «Мин — ҡатын-ҡыҙ» спектаклен сәхнәгә ҡуя.

20 октябрҙә Өфөлә лә Туфан Миңнуллинды иҫкә алыу көнө уҙғарыла. Камал һәм Тинчурин исемендәге театр артистары драматургтың әҫәрҙәре буйынса спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтәсәк.

темалар: хәтер