8 декабрь, Кесе йома

26 август 2015 йыл, 10:00

Рөстәм Хәмитов Омскиҙа казарма емерелеү һөҙөмтәһендә төрлө тән йәрәхәттәре алған һалдаттар менән осрашты

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 25 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә академик Н.Н. Бурденко исемендәге Төп хәрби клиник дауаханаһында Омскиҙа хәрби казарма емерелеү һөҙөмтәһендә төрлө тән йәрәхәттәре алған һалдаттар, уларҙың ата-әсәләре менән осрашты.

Быйыл июль айында республика етәксеһе килеп киткәндән һуң десантсыларҙың хәле яҡшырған, ыңғай динамика күҙәтелә. Дауаханала улар юғары квалификациялы медицина ярҙамы ала.

Владимир Петровтың хәле ҡәнәғәтләнерлек, уның төбәк Башлығы менән осрашыуы госпиталь паркында үтте. Рөстәм Нәбиевты яңыраҡ реанимация бүлегенән хирургияға күсергәндәр. Әлегә уға урамға сығырға кәңәш ителмәй.

Республика Башлығы һалдаттарҙың хәле менән ҡыҙыҡһынды, уларға тиҙерәк һауығыуҙарын теләне.

– Бында, дауаханала, һеҙгә юғары квалификациялы ярҙам күрһәткән иң яҡшы табиптар, белгестәр эшләй, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Һеҙ ышаныслы ҡулдарҙа. Хәҙер һауығып, Башҡортостанға ҡайтырға кәрәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 июлдә урындағы ваҡыт буйынса төнгө сәғәт бер тирәһендә Омскиҙа Һауа десанты ғәскәрҙәренең уҡыу үҙәге казармаһының стенаһы һәм ҡыйығы емерелеп төштө. Был ваҡытта бинала 300-ҙән ашыу кеше булған. Һөҙөмтәлә 19 кеше яраланды, 23 һалдат, шул иҫәптән Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә саҡырылған биш егет һәләк булды.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән һәләк булған һалдаттарҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү өсөн республика бюджетынан 5 миллион һум аҡса бүленде. Шулай уҡ зыян күргән һалдаттарҙы дауалауға ла аҡса бүлеү ҡарала.