10 декабрь, Шәмбе

25 август 2015 йыл, 18:08

Быйыл ғинуар-июль айҙарында төбәккә күпме аҡса бүленгәнлеге һәм тотонолғанлығы хаҡында билдәле булды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Ағымдағы йылдың ғинуар-июль айҙарында Башҡортостанға күпме аҡса бүленгәнлеге һәм тотонолғанлығы хаҡында билдәле булды. 1 авгусҡа төбәктең тупланма бюджеты килемдәр буйынса 103,8 миллиард һумға үтәлгән, был былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата 110,2 процент. Республиканың Финанс министрлығы билдәләүенсә, ошо һандан һалым һәм һалым булмаған килемдәр 82,2 миллиард һум тәшкил иткән — 2014 йылдың ғинуар-июль айҙары менән сағыштырғанда 5 миллиардҡа күберәк.

Килемдең төп сығанаҡтары араһында физик шәхестәрҙең килеменә һалым — 24,5 миллиард һум, ойошмаларҙың табышына һалым — 21,7 миллиард, милеккә һалым — 10,2 миллиард, акциздар — 9,1 миллиард.

Отчет осоронда республиканың тупланма бюджеты сығымдары 98,9 миллиард һум күләмендә финансланған, йәки былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата 105,5 процент. Сығымдар структураһында социаль өлөш өҫтөнлөк итә — сығымдарҙың 76,5 проценты, йәки 75,6 миллиард һум.

Ете ай йомғаҡтары буйынса төбәк бюджеты 2014 йылдың ғинуар-июненә ҡарата 11,4 процент үҫеш менән 84,9 миллиард һум күләмендә үтәлгән, сығымдар — 9 процент үҫеш менән 81,9 миллиард.

Урындағы бюджеттарҙың килеме (47,1 миллиард) сығымдарҙан (45,2 миллиард) 1,9 миллиард һумға күберәк.

темалар: бюджет