4 декабрь, Йәкшәмбе

25 август 2015 йыл, 17:40

Баш ҡаланың Зәки Вәлиди урамы ваҡытлыса ябыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында «Һөт иле-2015» фестивален үткәреүгә бәйле Зәки Вәлиди урамында транспорт хәрәкәте сикләнә. Был хаҡта ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

27 августан 30-на тиклем Аксаков урамынан алып Ғафури урамына ҡәҙәр сикләү индерелә. Шулай уҡ ҡала автобустарының хәрәкәте үҙгәрә.

Өфө хакимиәте ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә һәм автоһәүәҫкәрҙәргә маршрутты алдан билдәләргә кәңәш итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Һөт иле» фестивале 29 августа үткәрелә.