5 декабрь, Дүшәмбе

25 август 2015 йыл, 17:05

Өфөлә «Бында уҡыйҙар» тип исемләнгән яңы интерактив акция башлана

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 28 августа Өфөлә Әҙәбиәт йылына бағышланған «Бында уҡыйҙар» акцияһы старт ала. Акция башҡорт яҙыусылары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина һәм Рәшиҙә Биктың балалар өсөн яҙған китаптарының исем туйы менән башлана. Сараны Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте ойоштора, акцияның партнеры — Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге. Авторҙар үҙҙәренең әҫәрҙәрен уҡыясаҡ, теләгән һәр кем автографлы китап алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. «Китап» нәшриәте бер нисә балалар китабы, мәктәп календары һәм башҡа баҫмалар бүләк итәсәк. Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

«Кешеләр кафе, автовокзал, һаулыҡ һаҡлау йәки дәүләт хеҙмәттәре учреждениеларында күп ваҡытын көтөп уҙғара. Беҙ йәмәғәт урындарында китап кәштәләрен ҡуйырға тәҡдим итәбеҙ, теләүселәр унан әҙәби әҫәрҙәрҙе алып уҡый аласаҡ. Ошо акция өсөн махсус логотип булдырылған, унда китап уҡыусы өкө төшөрөлгән. Барыһын да сараға ҡушылырға саҡырабыҙ», – тине Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов.

Бәләкәй китапханалар ҡала халҡының китаптарынан торасаҡ. Акция буккроссинг принцибына нигеҙләнә: теләгән һәр кем икенселәр уҡыһын өсөн яратҡан китабын ҡалдыра йәки бүләк итә ала. Йыл һуңында иң яҡшы әҙәби баҫма һәм иң әүҙем ҡатнашыусы өсөн тауыш биреү ойоштороласаҡ.

Китаптың сәйәхәтен «Бәйләнештә»ге махсус бит аша күҙәтеп барырға мөмкин, унда һәр кем яратҡан китабының фотоһүрәтен ҡуя ала. Шулай уҡ #бындауҡыйҙар тигән билдә булырға тейеш. Ошо билдә аҫтында тапшырылған китаптарҙың һаны һәм акцияның партнерҙары хаҡында ла мәғлүмәт биреләсәк, тип хәбәр итте ойоштороусылар.