7 декабрь, Шаршамбы

25 август 2015 йыл, 16:11

Баш ҡалала «Һөт иле» фестивалендә «Ералаш» тапшырыуына һайлап алыу һәм флешмоб буласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфөлә «Һөт иле» фестивалендә «Ералаш» тапшырыуына һайлап алыу һәм флешмоб буласаҡ. Киң билдәле проекттағы төп ролдәргә кастинг 29 августа уҙғарыла. Был хаҡта Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Күргәҙмәләр һәм презентация эшмәкәрлеге департаменты хәбәр итә.

«Һөт киностудияһы» майҙансығында йәш артистар портфолио төҙөргә өйрәнәсәк, актерҙар өсөн анкета тултырасаҡ һәм һайлап алыуға нисек әҙерләнергә кәрәклеген беләсәк. «Һөт киностудияһы»нда уларҙы ҡыҙыҡлы сценарийҙар, ижади эштәр, репетициялар һәм актерлыҡ оҫталығы буйынса дәрестәр көтә. Кастингта ҡатнашыусылар өсөн иртәнге сәғәт 10-дан 1-гә тиклем конкурс була: шул уҡ көндә өс еңеүсе «Ералаш» киностудияһының ролигында төшәсәк. Ролик «Һөт иле» фестиваленә арнала.

Бынан тыш, фестиваль ҡунаҡтары флешмобта ҡатнаша ала. Ул «Аҡтан кейенеп кил — флешмобта ҡатнаш һәм бүләк от» лозунгы аҫтында үтә. Киске сәғәт 5-тә аҡтан кейенгән кешеләр «Мин һөт яратам» фразаһы рәүешендә теҙеләсәк.  

Теркәлеү иртәнге сәғәт 10-да башлана. Һөт флешмобында 300-гә яҡын кеше ҡатнашыр тип көтөлә.

«Һөт иле-2015» фестивале 29 августа Салауат Юлаев майҙанында уҙғарыла. Ҡунаҡтар өсөн бай байрам программаһы ҡаралған: бик күп интерактив майҙансыҡтар, һөт йәрминкәһе, концерт һәм мал фермаһы.

Фестивалде  Башҡортостан Хөкүмәте, Өфө хакимиәте, Һөт етештереүселәрҙең милли союзы һәм республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойоштора.