3 декабрь, Шәмбе

25 август 2015 йыл, 14:48

Көҙ көнө БДИ-ны ҡабаттан тапшырыу өсөн ғаризаны 12 сентябргә тиклем бирергә мөмкин — Мәғариф министрлығы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Бөгөндән алып 12 сентябргә тиклем Берҙәм дәүләт имтиханын ҡабаттан тапшырыу өсөн ғариза бирергә мөмкин, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан.

Ағымдағы йылдың сентябрь-октябрь айҙарында Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусыларҙың ҡайһы берҙәре математиканан һәм рус теленән имтихандарын яңынан тапшыра ала.

Быйыл көҙ Берҙәм дәүләт имтиханын мотлаҡ предметтарҙан «икеле» билдәһе алған һәм аттестатһыҙ ҡалған уҡыусылар, һөҙөмтәләрен яҡшыртыу өсөн рус телен һәм математиканы ҡабаттан тапшырырға теләгән былтырғы сығарылыш класс уҡыусылары бирә.

26 сентябргә тиклем математика буйынса БДИ тапшырырға була. Башҡортостан Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем сифатын баһалау бүлеге етәксеһе Жанна Миникәева әйтеүенсә, был көндә төбәктә имтихан үткәреүҙең дүрт пункты асыла: икәүһе — Өфөлә, Салауатта һәм Әбйәлил районының Асҡар ауылында — берәр.

29 сентябрҙә — рус теле, баш ҡалала бер имтихан үткәреү пункты эшләйәсәк; 9 октябрҙә — математика һәм рус теле.

Көҙгөһөн имтиханды ҡабаттан тапшырыу быйыл юғары уҡыу йортона инеү хоҡуғын бирмәй, әммә был һөҙөмтәләр киләһе йылда ғәмәлдә буласаҡ.

Көҙ көнө Берҙәм дәүләт имтиханын ҡабаттан тапшырыу өсөн теркәлеү урындары тураһында мәғлүмәт Башҡортостандың Мәғариф министрлығы сайтында бирелгән.