9 декабрь, Йома

25 август 2015 йыл, 13:22

Өфөлә Белем көнө асыҡ һауалағы эстрада концерты менән билдәләнәсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 1 сентябрҙә Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында «Сәләм, студент!» тип исемләнгән концерт-дискотека була. Матур йолаға әүерелгән байрамды Киров районы хакимиәте булышлығында «Юлдаш» радиоһы ойоштора.

Программала башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының сығышы ҡаралған. Тамашасыларҙы төрлө уйындар, бүләктәр көтә. Еңеүсегә төп бүләк — велосипед. Асыҡ һауалағы концерт «Ҡурай» каналында тура эфирҙа күрһәтелә.

Байрам киске сәғәт 6-ла башлана.