9 декабрь, Йома

25 август 2015 йыл, 12:20

«Салауат Юлаев» командаһы Континенталь хоккей лигаһында һигеҙенсе миҙгелен башлай

фото: «Салауат Юлаев» хоккей клубы

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. 25 августа Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы Континенталь хоккей лигаһының һигеҙенсе чемпионатында уйнай башлай. «Омск-Арена»ла өфөләр урындағы «Авангард» менән осраша.

«Салават Юлаев» түбәндәге составта уйнаясаҡ: ҡапҡасылар — Никлас Сведберг, Рафаэль Хәкимов, Владимир Сохатский; һаҡсылар: Сами Леписте, Филипп Метлюк, Роман Дерлюк, Захар Арзамасцев, Кирилл Кольцов, Иван Вишневский, Денис Бодров, Иван Лекомцев, Кирилл Цулыгин; һөжүм итеүселәр: Теему Хартикайнен, Сергей Соин, Энвер Лисин, Игорь Григоренко, Линус Умарк, Артем Чернов, Антон Лазарев, Александр Нестеров, Андреас Энкгвист, Дмитрий Макаров, Денис Хлыстов, Егор Дубровский, Николай Прохоркин, Валентин Разумняк.

Омскиҙағы уйын Мәскәү ваҡыты буйынса киске сәғәт 5-се яртыла башлана, матчты Башҡортостан юлдаш телеканалында ҡарарға мөмкин.

темалар: хоккей, кхл