3 декабрь, Шәмбе

25 август 2015 йыл, 11:50

Калининградта уҙғарылған «Тыныслыҡ биләмәһе» халыҡ-ара фестивалендә башҡорт шәлдәре күрһәтелде

фото: Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Калининградта уҙғарылған «Тыныслыҡ биләмәһе» IV халыҡ-ара фестивалендә башҡорт шәлдәре күрһәтелде. Фестиваль сиктәрендә «Оҫталар ҡалаһы» халыҡ ижады йәрминкәһе ойошторолдо. Унда Белоруссия, Литва, Польша, Украина, Франция илдәренән һәм Рәсәйҙең 13 төбәгенән оҫталар ҡатнашты.

Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, селтәрләп бәйләнгән шәлдәр коллекцияһын килтергән Алһыу Әпсәләмова республика намыҫын лайыҡлы яҡланы. Шәл бәйләү оҫтаһы, эшҡыуар Башҡортостан райондарында йәшәүсе шәлселәр менән хеҙмәттәшлек итә. Әпсәләмовтар ғаиләһенең фермер хужалығы бар, улар йөн һәм кәзә мамығын эшкәртеү менән шөғөлләнә.

«Байрам юғары кимәлдә ойошторолған, — тип тәьҫораттары менән бүлешә Алһыу Ғәббәс ҡыҙы. — Был фестивалгә ғаилә менән барырға һәм балаларҙы илебеҙҙең, башҡа дәүләттәрҙең мәҙәниәте менән таныштырыу зарур. Тап халыҡ ижады тыныс һәм татыу йәшәргә теләгән кешеләрҙе үҙенә берләштерә».

Фестивалде Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы һәм Калининград өлкәһе Хөкүмәте булышлығында Калининград өлкәһенең Мәҙәниәт министрлығы ойошторған. Һәр көн айырым темаға арналды: «Рус йәрминкәһе», «Көнсығыш баҙары», «Славян баҙары», «Донъя йәрминкәһе». Ресторан ихаталарында фестиваль ҡунаҡтары төрлө илдәрҙең милли аш-һыуы менән танышты.