3 декабрь, Шәмбе

25 август 2015 йыл, 10:54

Рөстәм Хәмитов Хабаровск крайы Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Николай Брусникин менән осрашты

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 24 августа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Хабаровск крайы Хөкүмәте Рәйесенең инвестиция, территориаль һәм сәнәғәт сәйәсәте мәсьәләләре буйынса беренсе урынбаҫары Николай Брусникин менән осрашты. Осрашыу барышында яҡтар төбәктәрҙең үҙ-ара сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерҙе.

— Яҡын арала Алыҫ Көнсығышты үҫтереү буйынса яңы сәйәсәт сиктәрендә Хабаровск крайы һәм Башҡортостандың хеҙмәттәшлеге буйынса дөйөм ҡыҙыҡһыныуҙар барлыҡҡа килер, тип өмөтләнәбеҙ, — тине Николай Брусникин. — Бөгөн индустриаль парктар булдырыу, инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса ҡануниәттең ҡеүәтен тулыһынса файҙаланабыҙ. Беҙ Хабаровск крайының балыҡ продукцияһы, башҡа аҙыҡ-түлек, сәнәғәт комплексы изделиелары менән тәьмин итеүгә бәйле мөмкинлектәрен тәҡдим итергә әҙер.

— Беҙ ҙә Рәсәй төбәктәре, шул иҫәптән Хабаровск крайы менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Һеҙҙең менән күп кенә йүнәлештәр буйынса эшләргә мөмкин. Бында һүҙ яғыулыҡ тураһында ғына бармай. Тәү сиратта машина эшләү, ауыл хужалығы продукцияһын күҙ уңында тотам, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Журналистар менән аралашҡанда Николай Брусникин осрашыуҙа тикшерелгән хеҙмәттәшлек варианттары тураһында һөйләне.

— Бөгөн республика Башлығы үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында тәҡдим индерҙе. Беҙ быны мотлаҡ өйрәнәсәкбеҙ. Башҡортостандың ауыл хужалығы өсөн аҡһымлы мал аҙығының юғары күләмен тәьмин итеү маҡсатында беҙҙең ауыл хужалығы предприятиеларының соя үҫтереү һәм уны эшкәртеү буйынса тәжрибәһен файҙаланыу көтөлмәгән тәҡдим булды. Хабаровск крайы соя үҫтереүҙә ҙур тәжрибәгә эйә. Беҙ ошо юҫыҡта тәжрибә уртаҡлаша алабыҙ, — тип хәбәр итте Хабаровск крайы Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры.

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостандың тауар әйләнешендә Хабаровск крайының өлөшө 0,05 процент тәшкил итә. 2014 йылда сауҙа күләме яҡынса 182,7 миллион һум тәшкил иткән, шуның менән бергә ошо сумманың 97 проценттан ашыуы (177,9 миллион һум) экспорт тауарҙарына тура килә. Башҡортостандан Алыҫ Көнсығыш төбәгенә автобустар, дизель яғыулығы, бензин, ҡара металл, каучук, мебель, аяҡ кейеме һәм аҙыҡ-түлек тауарҙары оҙатыла. Республикаға дарыуҙар, динатрий карбонаты ҡайтарыла.