9 декабрь, Йома

24 август 2015 йыл, 18:13

Төбәктә көҙгө йәрминкәләр осоро башланды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда көҙгө йәрминкәләр осоро башланды. Уҙған ял көндәрендә Октябрьский ҡалаһының Совет майҙанында сауҙа ойошторолдо. Быйылғы тәүге ауыл хужалығы йәрминкәһендә бал һатып алырға мөмкин ине.

Урындағы хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, етештереүселәргә татлы һәм файҙалы продукцияны туранан-тура һатыу мөмкинлеге бирелде. Йәрминкәлә 33 сауҙа урыны ойошторолдо. Бер көндә 2,3 тоннанан ашыу бал һатылды. Шаран, Туймазы, Баҡалы, Бәләбәй, Бүздәк райондары умартасылары Октябрьский халҡына сәскә, йүкә һәм ҡарабойҙай балын тәҡдим итте. Йәрминкәлә умарталыҡтары булған ҡала халҡы ла ҡатнашты. Шулай уҡ төрлө умартасылыҡ продукцияһы бар ине.

Октябрьскийҙа киләһе йәрминкә 12 сентябрҙә иртәнге сәғәт 10-да В.И.Ленин исемендәге майҙанда асыла.